Ауыл оҫтаһы

Тулыраҡ: Ауыл оҫтаһы

Трактор, йөк машинаһы, еңел автомобиль, универсал. Был техниканың хужаһы коллекционер ҙа, автопредприятие етәксеһе лә, фермер ҙа түгел. Пушкинда уны беҙҙең Кулибин, тип йөрөтәләр. Рудкевичтар ғаиләһендә тиҙлек ҡәҙерен барыһы ла белә. Иглин районы Пушкин ауылынан Өфөгә йөрөп эшләгән Ольганың әлегә водитель таныҡлығы юҡ. Сәғәтенә 40 километр тиҙлекте ҡыуған экзотик техника бортында уны хәләл ефете үҙе алып бара.Виктор Владимирович яһаған машиналар тураһында ауылдаштары һоҡланып һөйләй. Урындағы Кулибинды һәүәҫкәр автомобиль төҙөүсе генә түгел, ә алсаҡ кеше, ярҙамсыл күрше булараҡ та хөрмәт итәләр Пушкин ауылында. Баҡса һөрөү, бесән сабыу, йөк ташыу, юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу – быларҙы ҡулдан ғына эшләп бөтөрлөк түгел. Ҡул-алмашҡа башҡарғанда ла техника булһа тиҙерәк.Ауылда техниканың төрлөһө кәрәк, хужалыҡта алыштырғыһыҙ ярмасы – трактор, йөк ташырға пикап, урам-ара сәйәхәттәр өсөн еңел машина, ә бында өр-яңы техника өлгөһө төҙөлә – дүрт урынлыҡ ғаилә автомобиле. Идеяларҙы аң төпкөлөнән алам, ти машиналар яһау оҫтаһы. Мәктәптә уҡығанда трактор ҡоролошон өйрәнеү дәрестәрендә үҙләштергән белемен һәм 25 йылға яҡын механизатор хеҙмәтендәге тәжрибәһен файҙалана. Иретеп йәбештерергә иһә үҙ-аллы өйрәнгән.Тәүге тракторҙы 1994 йылда, хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас йыйған. Иҫкеһен һүтеп яңыһын ҡороп оҫталыҡ та арта, техника ла камиллаша, ти Виктор Владимирович.Пушкин ауылы Кулибины техниканы һатыуға сығармай. Күңелеңде һалып, күҙ нурыңды ҡушып яһаған әйбер менән хушлашыуы ҡыҙғаныс, ти. Сәбәбенең икенсеһе – Виктор Рудкевич яңы техниканы элек ҡулланышта булған йыһаздарҙан ҡора. Трактормы, ғаилә автомобилеме, баггимы – һәүәҫкәр өсөн ул тәү сиратта ижад сығанағы.