Алмазбәк Атамбаев билдәләүенсә, Башҡортостан Рәсәйҙең бар йәһәттән алға киткән терәк төбәге. Шуға ла ике туғандаш республикалар араһындағы хеҙмәттәшлекте киңәйтергә саҡыра Ҡырғыҙстан президенты. Дуҫлыҡ һәм теләктәшлек мираҫын ҡәҙерләп һаҡларға һәм дауам итергә. Тарихы, теле һәм мәҙәниәте бер-береһенә оҡшаш туғандаш халыҡтар араһында тығыҙ бәйләнештәр – тормош талабы. Башҡортостан Ҡырғыҙстан менән фән, мәғариф һәм мәҙәниәт кенә түгел сауҙа өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек итергә әҙер. 2016 йыл һөҙөмтәләре буйынса Ҡырғыҙстан менән Башҡортостандың тышҡы тауар әйләнеше 31 миллион долларға яҡын. Бөгөн был күрһәткестәрҙе яҡшыртыу яғына үҙгәрештәр күҙәтелә. Нефть, металлургия, химия, ағас эшкәртеү сәнәғәте тауарҙары һатыу кимәле быйылғы дүрт айҙа ғына егерме миллион ярым долларға етте. Ҡырғыҙстандан импорт күләме иһә алюминий һәм баҡыр әйберҙәр алыу иҫәбенә артты. Башҡортостанда Ҡырғыҙстан капиталы ҡатнашлығындағы дүрт предприятие уңышлы эшләй. Хеҙмәттәшлекте эшлекле өлкәнән тыш мәҙәни йүнәлештә лә киңәйтеү зарур. Эшлекле делегация ағзалары Рәсәйҙә Ҡырғыҙстан мәҙәниәте көндәре сиктәрендә “Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында ойошторолған ҡырғыҙ халҡының биҙәү-ғәмәли сәнғәте өлгөләре күргәҙмәһе менән танышты, Ҡырғыҙстандың сәнғәт оҫталары концертын ҡараны. Ҡунаҡтар бер тауыштан башҡорт һәм ҡырғыҙ халыҡтарының оҡшашлығын билдәләй. Туғанлыҡ тойғоларын дәлилләй.Ике йыл элек Ҡырғыҙстанда Башҡортостостандың фән һәм мәҙәниәт көндәре үткәйне. Тап рухи теләктәшлектең иҡтисади һәм сәйәси хеҙмәттәшлеккә юл асыуын танырға кәрәк. Ошо хаҡта бөгөн ике республика парламентарийҙарының осрашыуында ла билдәләнде. Ҡырғыҙстан Юғары кәңәше вәкилдәренең Башҡортостан парламенты ағзалары менән беренсе тапҡыр осрашыуына ҡарамаҫтан, уртаҡ мәсьәләләр етерлек. Парламент-ара хеҙмәттәшлеккә әҙерлеген белдереп, Ҡырғыҙстандың закон сығарыусылары Ҡоролтай депутаттарын тиҙҙән был дәүләттә үтәсәк президент һайлауҙары мониторингында ҡатнашырға саҡырҙы. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Башҡортостан еренә һәм халҡына ҡарата алған тәьҫораттарын да уртаҡлашты. Хеҙмәттәшлек теләге, ҡунаҡсыллыҡ менән бер рәттән улар беҙҙең йәйҙе лә оҡшатҡан.Ҡырғыҙстан рәсми делегацияһы вәкилдәре артабан Башҡортостандың археология һәм этнография музейы экспозициялары менән танышты. Ике республика етәкселәренең ҡатындары айырым программа буйынса аралашты. Ханымдар Өфөлә 2014 йылда асылған ядер медицинаһы үҙәгендә булып табиптар һәм дауаланыусылар менән аралашты. Ҡырғыҙстан Республикаһының Рәсәйҙәге эшлекле визиты артабан Татарстанда дауам итә.
Ҡырғыҙстан Башҡортостан менән эшлекле бәйләнештәрҙе яңы кимәлгә сығарырға ниәтләй
Тулыраҡ: Ҡырғыҙстан Башҡортостан менән эшлекле бәйләнештәрҙе яңы кимәлгә сығарырға ниәтләй