Өфөлә бөгөн көслө ямғыр эҙемтәләрен бөтөрәләр

Тулыраҡ: Өфөлә бөгөн көслө ямғыр эҙемтәләрен бөтөрәләр

Кисә кискә ҡарай ҡуйы болоттар башҡалабыҙға ҡара яу булып ябырылды.Күптәр был күренеште кеҫә телефондарына төшөрөп алған. Көслө ел сыҡты һәм бер-нисә минут эсендә Өфө ҡараңғылыҡҡа сумды. Биҙрәләп яуған ямғыр ҡыҫҡа ғына ваҡытта урамдарҙы йылғаға әйләндерҙе. Айырым урамдарҙан үтерлек түгел ине. Шаһиттар ағастар күпләп йығылыуы тураһында ла хәбәр итә.Бындай хәл Өфөлә генә түгел. Илдең төрлө төбәктәренән хәүефле хәбәрҙәр килә. Мәскәү, Ҡазан, Төмән, Волгоград, Барнаул. Уларҙың барыһы ла ошо көндәрҙә ямғыр һыуы аҫтында ҡалды. Синоптиктар ямғырҙар дауам итәсәк, тип фаразлай. Республикала тау йылғаларының ярҙарынан сығыуы көтөлә.