Нуриман районы халҡы бер ай буйы ике ауыл араһындағы юл өсөн көрәшә. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, ремонт ваҡытында ағас ташыусы ауыр йөк техникаһы яңы эшләнгән юлды ауырлығы менән кире боҙа. Әле халыҡ ауылдан сығыр өсөн ниндәй ҡыйынлыҡ кисерә? Юл мәсьәләһен нисек хәл итергә? Тирәкле менән Сарыуа ауылы араһындағы утыҙ километр юлды бынан ике аҙна элек кенә төҙөкләндерә башлағандар. Әммә урындағы халыҡ юлсыларҙың көнө-төнө эшләгән эше юҡҡа сыға, тип иҫәпләй. Ҡариҙел районынан ағас ташыусы ауыр йөк техникаһы юлды ауырлығы менән юҡҡа сығара.Район хакимиәте юл һалына башлағас, ағас ташыусыларҙы ун көн юлдан үтергә ярамағанлығы хаҡында иҫкәртә. Ауыр йөк машиналары водительдәре тыңламағас, урындағы халыҡ дежурға сыға. Уларҙың юлды ҡаплауҙан тыш, сраһы ҡалмай. Ағас ташыусы эшселәр менән Валера араһындағы низағ судҡа барып етә. Ул машиналарҙы законһыҙ туҡтатып юл бирмәгәне өсөн штраф түләргә тейеш. Тирәкленән Сарыуа ауылына тиклем биш километр юл. Машиналар ошондай юлдан еңел үтһен өсөн, кешеләр атлап барырға мәжбүр. Әммә юлдағы батҡаҡ итеккә йәбешеп, атларға ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙыра. ( машинала ултырған пассажирҙар сыға)Урындағы халыҡ өсөн машина эсендә резина итектәр йөрөтөү инде ғәҙәткә ингән.Халыҡтың көн һайын юл ҡырына сығып ағас ташыусы машиналарҙы туҡтатыуы ғәҙәти күренешкә әйләнде. Был хәлгә бигерәк тә ололар зарлана. Сөнки ауылда дарыухана юҡ, кибеттәр буш.Был мәсьәлә буйынса ауылда район хакимиәте башлығы йыйылыш та үткәрә. Ағас ташыусы ауыр йөк машиналары өсөндә, урындағы халыҡ өсөн дә юл мәсьәләһе һаман хәл ителмәй. Эшселәр үҙ вазифабыҙҙы үтәйбеҙ тиһә, урындағы халыҡ емерек юлды хәстәрләй. Әгәр ҙә ауыр йөк машиналары өсөн ике ауыл араһындағы юл ипкә килтерелеү өсөн ун-15 көнгә ябылһа, ошондай ғауға сыҡмаҫ ине.
Ипкә килтерелмәгән юл өсөн кем яуап бирә?
Тулыраҡ: Ипкә килтерелмәгән юл өсөн кем яуап бирә?