Бөгөн Бөтә Рәсәй халыҡ фронты ағзалары Өфө дауаханалары һәм поликлиналарында хеҙмәтләндереү сифатын тикшерҙе

Тулыраҡ: Бөгөн Бөтә Рәсәй халыҡ фронты ағзалары Өфө дауаханалары һәм поликлиналарында хеҙмәтләндереү сифатын тикшерҙе

Бөгөн Бөтә Рәсәй халыҡ фронты ағзалары Өфө дауаханалары һәм поликлиналарында хеҙмәтләндереү сифатын тикшерҙе. Халыҡ табиптарға эләгә алмауына зарлана. Инде бер-нисә йыл һаулыҡ һаклау өлкәһендә үҙгәртеп-ҡороуҙар бара. Табиптарға хәҙер интернет селтәре аша, йә махсус үҙәккә шылтыратып, яҙылырға мөмкин. Әммә, барыһы ла еңел генә күренһә лә, ысынбарлыҡта икенсе төрлө. Белгестәргә яҙылыу ғына түгел, уларға тикшерелеүгә эләгеү ҙә күптәрҙең үҙәгенә үткән. Халыҡ белгестәр етешмәүен аңлап ҡабул итә. Әммә, улар ни өсөн табип бушлай ҡарай алмай, ә түләүле ҡабул итергә ваҡыты бар, тип аптырай. Ә был пациент 2-се төркөм инвалиды. Ул ғинуар айында бушлай УЗИ-ға яҙылған, һөҙөмтәлә июндә генә үтә алған. Поликлиникала башҡа мәсьәләләр ҙә байтаҡ. Мәҫәлән, халыҡты бушлай бахил бирмәүҙәре, бүлмәләрҙең һәм коридорҙарҙың тар булыуы борсой.Бөтә Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре үҙҙәре лә табиптарға яҙылып ҡараны һәм мәсьәләләрҙең үтә киҫкен икәнен аңланы.Поликлиника етәкселеге әйтеүенсә, был ҡумта ярты йыл элек ҡуйылған. Унда пациенттар үҙҙәренең ялыуҙарын һәм тәҡдимдәрен ҡалдырырға тейеш. Әммә, ошо арауыҡ эсендә бер ҡағыҙ ғына ҡалдырылған. Дауахана етәкселеге ҡумтаны асҡас, унда бер генә мөрәжәғәт барлығы асыҡланды. Ҡағыҙҙы ҡалдырған пациент та сираттың оҙаҡ үтеүенә зарланған.Өфөнөң 13-сө клиник дауаханаһы йыл башында уҡ билдәлелек яулағайны. Ғинуар айында бында оло ҡатын рентген кабинетына баҫҡыс яндауырынан шыуышып менгәйне. Ошо ваҡиғанан һуң, Башҡортостан башлығы ҡарары менән дауахананың баш табибы эштән бушатылды. Хәҙер медицина учреждениеһында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе икенсе ҡатҡа күтәреү өсөн махсус ҡоролма һатып алғандар. Ә яңы етәкселек августан лифт эшләй башлаясаҡ, тип вәғәҙәләй.Уҙған аҙнала Рәсәй Президенты Владимир Путин тура эфирҙа халыҡ менән әңгәмәләште. Ундағы күпселек проблемаларҙы Бөтә Рәсәй халыҡ фронты ағзалары асыҡлап, ил башлығына тәҡдим итте. Тура эфирҙан һуң был мәсьәләләрҙе Владимир Путин тиҙ арала хәл итергә ҡушты. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә ыңғай үҙгәрештәр булыр, тип ышана Өфө халҡы.