Көн дә яуған ямғырҙар арҡаһында, ауыл хужалығы культураларын юғалтыу хәүефе бар.
Ошо турала бөгөн Рәсәй-Башҡортостан телеканалында “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуында Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов белдерҙе. Уның әйтеүенсә, яуым-төшөм норманан биш тапҡырға артып киткән. Хужалыҡтар зыян күрмәһен өсөн тейешле саралар күрелә, ярҙам итеү алымдары тикшерелә, тине министрлыҡ башлығы.






