Ураҙа байрамы – ул быуаттар буйы кешеләрҙең рухи сафлыҡҡа, мәрхәмәтлек һәм изгелеккә ынтылышын сағылдыра. Ураҙа ғәйете – мосолмандарҙың мөһим һәм яратҡан байрамдарының береһе, изгелек, игелек билдәһе, миһырбанлыҡ һәм мәрхәмәтлеккә өндәүсе көн. Ураҙаның маҡсаты — иманды нығытыу, рухи үҫешкә өлгәшеү, йәшәүҙең асылы, өҫтөнлөктәре хаҡында уйланыу. Иманлы кешеләр өсөн ураҙа, тәү сиратта, рухи һәм физик яҡтан сафланыу, тыйылған сара һәм күренештәрҙән ситтә тороу мөмкинлеген бирә.Рамаҙан айы тамамаланыу хөрмәтенә республиканың барлыҡ мәсеттәрендә ғәйет намаҙы уҡылды. Иң төп саралар, ғәҙәттәгесә, Ләлә Тюльпан мәсетендә үтте. Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин хаҡ мосолмандарҙы оло байрам менән ҡотлап ислам дине традицияларына тоғро ҡалырға саҡырҙы. Рамаҙан айы барышында ураҙа тотоусы кешеләрҙе киске ашҡа, ифтарға йыйыу йолаһы бар. Был ғәмәлде башҡарыу һауаплы һанала. Былау тәмле килеп сыҡһын өсөн, бар күңелеңде һалып бешерергә кәрәк, ти Шәүҡәт. Тап ошо изге ғәмәлде башҡарыр һәм мосолмандарға үҙенсәлекле былау бешерер өсөн ул Үзбәкистандан килгән дә инде.Һибәләп торған ямғыр ҙа байрам төҫөн боҙмай. Тирә-яҡҡа тәмле еҫтәр таратып бешкән былауҙы һәр кем тәмләп ҡарарға теләй.Килгән ҡунаҡтар өсөн йыр-моң да бүләк иттеләр. Һәр кеше һауа торошоноң боҙолоп тороуына ҡарамаҫтан, бейергә төштө.Ураҙа ғәйете өс көн дауам итә. Ошо уңайҙан бөгөн дә Рәсәйҙәге барлыҡ мәсеттәрҙә байрам вәғәздәре тыңлана. Кешеләр байрам табындары ойоштора, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөй, мәрхүмдәргә зыярат ҡыла.
Бөгөн Ураҙа байрамының икенсе көнө
Тулыраҡ: Бөгөн Ураҙа байрамының икенсе көнө