Республикала бөгөн дә дауыл хәүефе һаҡлана

Тулыраҡ: Республикала бөгөн дә дауыл хәүефе һаҡлана

Елдең көсө секундына 22 метрғаса етеүе ихтимал.

Ҡотҡарыусылар көслө ел ваҡытында ағас, реклама таҡталары һәм электр сымдары аҫтында тормаҫҡа кәңәш итә. Белгестәр тәҙрәләрҙе яҡшылап ябырға, электр ҡоролмаларын һүндерергә, мейестәрҙе тикшерергә, һәр ваҡыт янда телефон йөрөтөргә саҡыра.