- Рәсәйҙә әле һаман йәй килеүен көтһәләр, Европа һәм Америкала аномаль эҫелек. Ҡушма Штаттарҙа хатта авиакомпаниялар рейстарҙы кисектереп торорға мәжбүр. Айырым самолеттарҙы юғары температураларҙа файҙаланыу ҡәтғи тыйыла.
- Португалияла урман янғындарында 64 кешенең ғүмере өҙөлгән. 200 кеше йәрәхәтләнгән. Ут менән көрәшкә 1 мең 200 янғын һүндереүсе, 400 берәмек техника йәлеп ителгән. 30 мең гектарҙа урман янып көлгә әйләнгән. Яҡынса мәҡлүмәттәр буйынса янғындың ағасҡа йәшен атыуҙан башланыуы ихтимал.
- Хорватияла таксистар хәрәкәтте туҡтатып Убер мобиль ҡушымтаһына ҡаршы булыуҙарын белдергән. Демонстранттар ике йыл элек барлыҡҡа килгән УБЕР водителдәр ҡанунһыҙ эшмәкәрлек менән шөғөлләнә, тип раҫлай. Илдә әле Уберҙа 5 мең водитель эшләй. Улар башҡа таксистарға ҡарағанда үҙ хеҙмәте өсөн арзаныраҡ хаҡ ала.
- “Росатом”да бәләкәй атом батареяһы эшләнде. Ул никель-63 изотобында эшләй. Был батарея 50 йыл хеҙмәт итә ала. Хәрби маҡсаттарҙан тыш, уны медицинала ҡулланырға- кардиостимуляторҙарға һәм бионик протездарға ҡуйырға мөмкин.
- Канаданың Эдмонтон аэропортында үҙенсәлекле хеҙмәткәр барлыҡҡа килгән. Ул ро-ҡош. Робот-ҡош- — ыласынға оҡшатып эшләнгән. Уның ҡананы, ҡойроғо, суҡышы бар. Пилотһыҙ осоусы аппарат һауа яланынан барлыҡ ҡоштарҙы ҡыуырға тейеш.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре