Физик мөмкинлектәр сикләнеүе хыялдарҙы тормошҡа ашырырға кәртә түгел, ти Өфөлә йәшәүсе Руслан Геливанов. Ике йыл элек фажиғәгә осраған егет бер нигә ҡарамай хыялына ҡаршы бара. Тормош ҡуйған һынауҙарҙы һәр кеше үҙенсә ҡабул итә. Бәғзе берәүҙәр бөгөлөп ҡалһа, икенселәре имтихан кеүек күрә. Руслан Геливанов та ике йыл элек булған фажиғәне тормош һынауы итеп ҡабул итә.Әммә мөмкинлеге сикләнеү егеткә спорт менән шөғөлләнергә, тормошто элеккесә яратырға ҡамасауламай. Егет протез аяҡта йөрөүҙән оялмай. Бәхетһеҙлеккә осраным тип, үҙеңде йәлләргә һәм йәлләтергә ярамай, алға, маҡсатыңа табан ынтылып йәшәргә кәрәк, ти ул.Руслан тулы тормош менән йәшәргә тырыша. Физик мөмкинлектең сикләнеүе мөмкинлектәр сикләнеүҙе аңлатмай, ти ул.
Хыялға ынтылыш
Тулыраҡ: Хыялға ынтылыш






