Унында уҡ юнмаған, утыҙҙа ҡылыс ҡоймаҫ

Тулыраҡ: Унында уҡ юнмаған, утыҙҙа ҡылыс ҡоймаҫ

Киләһе репортаж геройҙары, бәлки ҡылыс ҡойоу тураһында әлегә уйламайҙарҙыр, әммә уҡ юныу, уҡ атыу оҫталығын өйрәнеүгә башлы-көллө сумғандар. Йәйге ял күптән башланһа ла улар әле һаман остазы янында. Борон өс-дүрт йәштән үк малайҙар атта йөрөргә, уҡтан атырға өйрәнгәндәр, төрлө һуғыш-һунар ҡоралдары менән уйнап үҫкәндәр һәм уларҙы әҙерләү серҙәренә төшөнгәндәр. Заман балаларының, бигерәк тә, ҡалала үҫкән үҫмерҙәрҙең, уҡ-һаҙаҡты ҡулдарына алыуы бер-нисә йыл элек кенә һирәк күренеш ине. Бөгөн иһә егеттәр араһында ҡыҙҙарҙы осратып та аптырамаҫһың – өлгө алыр замандаштарыбыҙ барлығы күренеше был. Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында ла үткән уҡыу йылы башында уҡсылар түңәрәге асылды. Унда тиҫтәләп ҡыҙ һәм малай шөғөлләнә. Шундай ҡыҫҡа ваҡыт эсендә улар ҡала ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар яулап өлгөргән. Йәш уҡсыларға ҡарата етди талаптар ҡуйылған һәм күнекмәләр ҡағиҙәләр менән көйләнгән. Етәкселәренең рөхсәтенән тыш бер уҡ та һаҙаҡтан сыҡмай. Уҡыусылары өсөн тренер ошондай еңел яндарҙы һайлай. Уларҙың керешенең тартыу көсө 5-7 килограммдан да артмаҫҡа тейеш. Ә тәжрибәле, профессиональ уҡсылар өсөн был бик бәләкәй һан, уларҙың яндарының кереш тартыу көсө 40 килограммдан аша.Һыбайлы, йәйәүле уҡсының яндары бер-береһенән айырыла. Төрлө халыҡтарҙа, ҡайһы януарға һунар итеүгә ҡарап та, йәйә һайлана. Ә гимназия уҡыусылары өсөн ул спорт ҡоралы. Ҡул, күкрәк көсөн, мәргәнлекте арттырыу сараһы.