Бер-береһе менән талаштан түгел, туҡтауһыҙ ҡойған ямғырҙарҙан. Һауа торошо баҡсасыларҙы берләшергә мәжбүр иткән. Асия Латыпова тәжрибәле баҡсасы. Ер бүлеме биргәс тә ул төрлө емеш-еләк үҫтерә башлай. 25 йыл буйына мул уңыш алған ҡатын быйыл аптырашта ҡалған. Бер көн һыуыҡ, икенсеһендә-ямғыр. Ошо бәләкәй генә бүлемдән еләк-емеш, йәшелсә үҫтереп алған Шабутдиновтан аномаль һауа торошонан тамам аптыраған һәм мул уңышҡа өмөтөн өҙгән. Ер дымға туйған. Шабутдиновтар интернет киңлектәренән үҫентеләрҙе унан һаҡлау ысуларын да эҙләй башлаған.Быйылғы ямғырҙар арҡаһында мул уңыш алыуы икеле, тип белдерә баҡсасылар. Шуға түтәлдәрҙе лә, махсус рәүештә сүп үләндәренән таҙартмайҙар. Улар аҙмы-күпме артыҡ дымды үҙенә ала, тип ышана хужалар. Оҙайлы ямғыр, дауыл баҡсасыларҙы уңыштан ғына түгел, юлһыҙ ҙа ҡалдырған. Һуҡмаҡта ҙур-ҙур күләүектәр барлыҡҡа килгән, ә бындай юлдан хатта вездеход та саҡ үтә.Һауа торошо баҡсасыларҙы берләшергә мәжбүр иткән. Үҙ йомошо менән ҡалаға барыусылар уларға аҙыҡ-түлек, тормош көнкүреше әйберҙәре алып ҡайта.Нисек кенә булһа ла тәбиғәт ҡуйған һынауҙарға бирешмәй, күңел күтәренкелеген юғалтмай баҡсасылар. Мул уңыш алыуға өмөт өҙөлһә лә, юлдарҙың төҙөкләндерелеүенә ышаныс бар әле, тиҙәр улар.
Баҡсасылар ыҙа сигә
Тулыраҡ: Баҡсасылар ыҙа сигә