Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Американың юғары суды Дональд Трамптың иммиграцияға ҡаршы указдарын тотҡарлау тураһындағы ҡарарҙарҙың күп өлөшөн ғәмәлдән сығарҙы. Хәҙер Ҡушма Штаттарҙа яҡындары һәм туғандары йәшәгәндәр, уҡығандар һәм эшләгәндәр бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ илгә инә ала. Мосолман илдәрендә йәшәүселәргә Америкаға инеү ваҡытлыса тыйыла.

Греция ҡалалары сүп аҫтында ҡалды. Ил хакимиәттәре урамдарҙы таҙартыусыларҙы ҡаршылыҡ акцияларын туҡтатырға һәм тиҙ арала эшкә тотонорға саҡыра. Демонстранттар эске эштәр министрлығы бинаһына үтергә һәм үҙ талаптарын еткерергә маташҡан. Хакимиәттәр 40 градуслыҡ эҫелә ҡалалар түҙә алмаҫлыҡ еҫ аҫтында ҡаласаҡ, тип борсола. Етмәһә, акциялар Грецияның халыҡ-ара кредиторҙар алдындағы бурыстарын үтәүгә лә ҡамасаулай.

Бөйөк Британияла йомортҡа ырғытыу буйынса Бөтә Донъя беренселеге үткән. Унда ер шарының төрлө мөйөштәренән йөҙләгән кеше ҡатнашҡан. Илдә йомотҡа ырғытыу ярыштары 2004 йылдан алып үткәрелә, әммә уның тамырҙары 14-се быуатҡа барып тоташа.

Белоруссияла дрифтинг буйынса Көнсығыш Европа илдәре кубогына алты дәүләттән спортсылар ҡатнашҡан. Ярыштар Минск янындағы аэропортта үткән. Ойоштороусылар әйтеүенсә, трасса дрифткарҙарҙың бөтә мөмкинлектәрен күрһәтергә форсат биргән.

Ҡытайҙың Чэнду ҡалаһынан кунг-фу оҫтаһы У Сун үҙенсәлекле һәләте менән барыһын да аптырашта ҡалдырған. Ул ағыулы йыланды танауынан керетеп ауыҙынан сығарған. Бынан тыш, һыу тултырылған биҙрәләрҙе күҙҙең аҫҡы ҡабығына элеп уларҙы бер-нисә минут күтәреп торған.