БДМУ клиникаһында үҙенсәлекле операция яһалды

Тулыраҡ: БДМУ клиникаһында үҙенсәлекле операция яһалды

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында Рәсәй һәм Европаның иң көслө белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашыу дауам итә. Яңыраҡ клиника табиптары Мәскәүҙән саҡырылған профессор менән берлектә үҙенсәлекле операция башҡарҙы. Илдә һәр өсөнсө кеше йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре һөҙөмтәһендә вафат була. Был сирҙәр миллионлаған кешенең тормош сифатын түбәнәйтә. Иң киң таралғаны – йөрәк ишемияһы. Ул ҡан тамырҙарының тарайыуы менән аңлатыла һәм ваҡытында дауаламағанда инсультҡа һәм инфарктҡа килтерә.Коронар артерия стенозы – йөрәктән кислородты организмға алып сығыусы төп артерияның тарайыуы диагнозы менән республикала йылына уртаса һигеҙ мең ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет тикшереү үтә. Шуларҙың меңгә яҡыны Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында дауалана. Үткән аҙнала хәлдәре иң ауырҙары иҫәбенән биш сирлегә клиника табиптары оҫталыҡ дәресе барышында операция яһаны.Операцияның төп үҙенсәлеге – хирург аҙаҡҡаса сирле менән бәйләнештә була, күкрәк ситлеге асылмай, ә махсус каркас стент ярҙамында артерияға урынлаштырыла.Бындай алым менән тарайған артерияны кире элекке хәленә ҡайтарыу өҫтөндә республикала операциялар күптән эшләнә. Яңылыҡ – стенттың хәҙер тағы ла нәҙегерәк һәм тамырҙарҙан үтеү мөмкинлегенең ҙурыраҡ булыуында. Операцияны башынан алып аҙағына тиклем экрандар аша башҡа табиптар ҙа күҙәтә. Уның барышында быға тиклем күҙгә күренмәгән сирҙәр асыҡлана. Бер юлы ике сирҙән ҡотолған сирле ҡыуанысын йәшермәне.Биш операцияны ла Мәскәү һәм Өфө табиптары уңышлы үткәрҙе. Башҡортостан хирургтары, алдынғы технологиялар ярҙамында, артабан йөрәк ишемияһын дауалауҙы бер-нисә тапҡырға тиҙләтеп, операциялар һанын арттырыу ниәтендә.