Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы яңы составта эш башланы

Тулыраҡ: Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы яңы составта эш башланы

Ошо йәһәттән комиссияның беренсе ултырышы үтте. Унда республика үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе һайланды. Был вазифаға бер тауыштан йәнә Хәйҙәр Вәлиев билдәләнде. Ултырыш барышында Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары һәм секретарь һайланды. Комиссия ағзалары тауышы менән был яуаплы вазифаларға Марат Ғәҙелов һәм Марина Долматова билдәләнде. Мәскәү менән тура бәйләнеш булдырылды. Рәсәй үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары Башҡортостанда һайлау кампанияларының ғәҙел үтәсәгенә ышаныс белдерҙе һәм эштәрендә уңыштар теләне.