Быйыл өлгөргәнлек аттестаттарын 17 мең ҡыҙ һәм егет алды. Уҡыу алдынғыларына алтын һәм көмөш миҙалдар, олимпиадаларҙа еңеүселәргә грамоталар тапшырылды. Өфөнөң урта дөйөм белем биреү мәктәптәренең сығарылыш класс уҡыусылары ҡулдарына аттестаттар алды. Был ваҡиға уҡытыусылар һәм ата-әсә өсөн дә тулҡынландырғыс.41-се урта дөйөм белем биреү мәктәбен быйыл 25 бала тамамлай. Уҡыусыларҙың кәйефе күтәренке, сөнки барыһы ла берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырған. Дүрт кеше мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған. Башҡортостандың һәр район-ҡалаларыда, ауылдарында сығарылыш класс кисәләре үтә. Өфөнөң Дим биҫтәһе мәктәптәрен тамамлаған уҡыусылар өсөн үткәрелгән сығарылыш кисәһенең байрам сараһына береһенән-береһе сағыуыраҡ, сығарылыш имтихандарын уңышлы үтеп, күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары янған егеттәр һәм ҡыҙҙар, уларҙың ата-әсәләре, гимназия коллективы һәм ҡунаҡтар йыйылды. Йыл һайын Дим районы мәктәптәрен тиҫтәлән уҡыусы алтын миҙалға тамамлай. Быйыл иһә 238 уҡыусының 54-е ҡулына алтын миҙал алды. Шулай уҡ 2 уҡыусы Германияла белем алыу өсөн махсус сертификатка лайыҡ булды.Ата-әсәләр, уҡытыусылар үҫмерҙәр юғары, урта һөнәрселек уҡыу йорттарында белемен артабан дауам итер, тигән ышаныста. Республика мәктәптәренең 11-се синыфын быйыл 17 мең ярым уҡыусы тамамлай. Бөгөн улар ҡулдарына өлгөргәнлек тураһындағы таныҡлыҡ алып, мәктәп, тимәк бала саҡ менән хушлаша. Ә алда уларҙы ҙур һынауҙар көтә. Үҫмерҙәр үҙҙәренә һөнәр алырға тейеш.
Республикала мәктәп уҡыусыларының сығарылыш кисәләре үтте
Тулыраҡ: Республикала мәктәп уҡыусыларының сығарылыш кисәләре үтте