Кушнаренко районы халҡы һыуыҡтан һәм һыуҙан ҡурҡмай

Тулыраҡ: Кушнаренко районы халҡы һыуыҡтан һәм һыуҙан ҡурҡмай

Быны беҙ үткән ялдарҙағы байрамдарға ҡарап әйтә алабыҙ. Бер-бер артлы Ураҙа байрамы, йәштәр көнө гөрләп үтте унда. Ямғырҙа һәм һалҡынға ҡарамайынса һәр кем унда ҡатнашырға ашыҡты. һеҙҙе лә был байрамдарҙың шаһиты булырға саҡырабыҙ.Дөмһәреп болоттар ҡуйырған күк йөҙөнә бәрәбәр түгел күренеш — яҡты сырайлы апай-инәйҙәр, атай-олатайҙар йылмайып мәсет тупһаһын ашаҡлай. Ғәйет намаҙына йыйыла улар. Һуңғы йылдарҙа иманлылар арабыҙҙа арта, тип һөйөнә һәм изге байрамда барыһына ла имен киләсәк теләй.Быйыл Рамаҙан айы йылдың иң ҡыҫҡа төндәре һәм оҙон көндәренә тура килде. Бындай күренеш 33 йылға бер генә ҡабатлана, ти диниҙәр. Шуға ҡарамаҫтан ураҙа тотоуҙың бер ауырлығы ла тойолманы, тип иҫәпләйҙәр. Иң һөйөнөслөһө — намаҙлыҡта ололар менән рәттәш булып, улар менән бер йүнәлешкә баҫып, бер доғаларҙы уҡып йәштәрҙең баҫып тороуы, бала-сағаларҙың ислам менән ҡыҙыҡһыныуы, ынтылышы, дини белеме артыуы. Балаларҙың дини белеме оло быуындың уларҙа исламға һөйөү трәбиәләүе күренеше. Теүәтәй кейгән иманлы атайҙар, яулыҡ ябынған итәғәтле әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр ҙә сабыйҙарының доға ишетеп һәм яттан һөйләп үҫеүендә киләсәк ғаиләләрҙең ныҡлы, халыҡтың тәртипле булыуын күҙаллап һөйөнә.Балаһының телендә яман һүҙҙәр түгел, ә бисмилла һәм Алла булыуы ҡайһы ата-әсәнең генә күңеленә ятмаһын.Байрамды Кушнаренко мәсете башланғысында район хакимиәте һәм урындағы халыҡ хуплап күтәреп алған. Өфө диниҙәренең дә унда ҡатнашыуы бәләкәстәрҙең дингә һөйөүен тағы ла арттыра төшә.Доғаларҙы иң оҫта һөйләүселәргә, күп сүрәләрҙе яттан белгәндәргә бүләктәр ҙә бик йомарт. Тағы ла маҡтау ҡағыҙҙары, ҡыуаныс-шатлыҡтар менән ял итеп ғаиләләр Ураҙа ғәйетен ҡаршы алды.Урамда иһә, ямғыр, ел тип тормай гөрләп йәштәр көнө уҙҙы. Бер-бер артлы сәхнәгә Кушнаренко районының алдынғы ҡыҙ һәм егеттәре күтәрелә. Уҡыуҙа, хеҙмәттә яҡшы күрһәткестәр менән алғы һыҙыҡта барған егәрлеләрҙе район кимәлендә маҡтау — күптәнге йола.Кушнаренкола йәштәр ололар өлгөһөндә тәрбиәләнә. Рәсәйҙең Мөхәббәт һәм тоғролоҡ миҙалы менән бүләкләнгән Венера һәм Файлас Муллағәлиевтар үҙҙәренең балаларына ла, район йәштәре өсөн дә абруйлы пар.Дарман менән тормош көтә Кушнаренко халҡы. Дәрт, ҡыуаныс, тырышлыҡ, киләсәккә матур хыялдар, маҡсаттар һәм иман менән.