Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Рәсәй президенты тура бәйләнеш ваҡытында авария хәлендәге йортҡа зарланған ҡатындың йәшәү шарттары менән танышты. Владимир Путин йыл аҙағына тиклем ғаиләне икенсе йортҡа күсерергә ҡушты һәм уға Сочиға юллама бүләк итте.
  • Баренц диңгеҙендә “Юрий Долгорукий” һыу аҫты крейсерынан Камчаткалағы Кура полигонына “Булава” ракетаһы осоролдо. Оборона министрлығы ракета билдәләнгән урында сәпкә тейҙе тип хәбәр итте.
  • Себерҙә 72 мең гектарҙа урман яна. Иркутск өлкәһендә һәм Забайкальела хәл айырыуса ҡатмарлы. Ут менән көрәшкә 4 мең 400 ҡотҡарыусы һәм ирекмән йәлеп ителгән. Янғындарҙың төп сәбәбе-Себерҙәге аномаль эҫелеккә бәйле.
  • Спортсы Иван Савкин 4 мең тонналыҡ судноны урынынан күсереп үҙенсәлекле рекорд ҡуйған. Быға тиклем Америка пауэрлифтеры 1 мең 800 тонналыҡ кораблде урынынан күсергәйне.