Өфөлә йәшәүсе ханым өс йыл элек алған кредит буйынса бер айлыҡ түләүенең 796 мең һум икәнен белеп дауаханаға эләкте. Әле уның сәләмәтлегенә хәүеф янамай. Ул бары ипотека менән бәйле көтөлмәгән хәл хәүефенән башҡаларҙы ҡурсаларға теләй. Хатаның яңылышыуға килтереүен хәтергә төшөрә. Төнгө сәғәт берҙәге шылтыратыу Земфира Ғилмановаға аяҙ күктә йәшен йәшнәгәндәй тәьҫир итә. Банктың тәүлек әйләнәһенә эшләгән ҡыҙыу линияһынан мөләйем ҡыҙ тыныс ҡына “Был хата түгел, ә һеҙҙең бурыс”, тип яуап бирә. Биш көнлөк көсөргәнешлек ханымдың сәләмәтлеген ҡаҡшата. 2014 йылда Өфөләге фатирҙы ипотекаға Земфира Ғилмановның ҡыҙы, Динара Ефремова ала. Залогтағы күсемһеҙ милекте мотлаҡ страховкаларға кәрәклеген банк хеҙмәткәрҙәре ныҡлап аңлатмай. Әсәһе лә, ҡыҙы ла килешеүҙе шаҡ ҡатырғыс күләмдәге бурыс тураһында хәбәр алғас ҡына ентекләп уҡый.Логикаға нигеҙләнгән иҫәпләүҙәр яһап улар бурыстың бәлки бер-ике йөҙ мең тирәһе булыуын төҫмөрләй. Земфира ханым дауахананан сыҡҡас та банктың үҙенә барып кредит түләүҙәре буйынса яҙма белешмә ала. Кредитҡа рөхсәт биргәндә һәр банк заем алыусының ғүмерен һәм һаулығын страховкалауҙы талап итә. Торлаҡты ипотекаға һатып алғанда иһә залогҡа һалынған фатирға страховка килешеүе төҙөү мотлаҡ. Күсемһеҙ милек өлкәһе белгестәре кредит килешеүен иғтибар менән уҡырға кәңәш итә. Законды белмәү яуаплылыҡтан азат итмәй, тигән ҡағиҙә был осраҡта ла өҫтөн. Хаталарҙың иһә ике яҡлап та булыуы мөмкин.Ефремовтар ипотекаһы менән килеп тыуған хәл ғәмәлдә тәүгә осрай, ти Башҡортостандың адвокаттар коллегияһы адвокаты Ренат Әмирханов. Был һандарҙың хата булыуында шик юҡ.796 мең һумлыҡ түләү талабының яңылыш иҫәп һөҙөмтәһе икәнен банктың Башҡортостан бүлексәһе лә таный. Ҡаза күргәндәр иһә яла яҡмай. Улар бары башҡаларҙы хаталарҙан аралау яҡлы.
Ипотека кредиты алғанда нимәгә иғтибар итергә кәрәк?
Тулыраҡ: Ипотека кредиты алғанда нимәгә иғтибар итергә кәрәк?