Өфөнөң Орджоникидзе районы суды сабыйға ҡул күтәреүсе бала ҡараусыға ҡарата хөкөм ҡарарын иғлан итте. 56 йәшлек ханым 3 йыл ярымға шартлы рәүештә хөкөм ителде. Бер яҡ суд ҡарары менән риза, икенсеһе-юҡ. Гүзәл Мәхмүтова балаһын ҡарап тороу өсөн хаҡлы ялдағы ҡатын менән килешеү төҙөй. Әммә, күпмелер ваҡыттан һуң, ул сабыйының тәне күгәреүе күреп ҡала. Шуға күрә, бүлмәһендә видеокамера урынлаштыра һәм юҡҡа түгел.Был ҡатындар килешеү төҙөгәндә судта осрашырбыҙ, тип һис тә уйламаған. Улар ултырыш ваҡытында бер-береһенә тауыш күтәреүҙән дә тартынманы Приставтар яҡтарҙы тынысландырып ҡараны, әммә, файҙа юҡ.Бер кешене ҡыуып сығарһалар ҙа, башҡалары күңелдәрендә йыйылып киткән бөтә нәфрәтте бер-береһенә япһарҙы. Ваҡиғанан һуң 4 айҙан ашыу ваҡыт үткән, ошо арауыҡ эсендә ҡатындар бер-береһе менән күрешмәгән дә, аралашмағанда. Залда тәртип урынлаштырып булмағас, судья яҡтарҙы ҡыуып сығарырға ҡарар итте. Әммә, низағ коридорҙа дауам итте.Ниһәйәт ҡатындар тынысланғас, бер сәғәткә һуңлап суд башланды. Уның барышында шаһиттарҙың фекере һәм бөтә дәлилдәр иҫәпкә алынды. Бынан тыш, бала ҡараусы ҡатындың быға тиклем хөкөм ителмәүе, оло йәштә булыуы һәм башҡа сәбәптәр иҫәпкә алынды.Суд ике сәғәттән ашыу ваҡыт дауам итте. Оло йәштәге ҡатын суд ҡарары менән риза булыуын белдерҙе.Әммә, зыян күргән яҡ суд ҡарары бигерәк йомшаҡ булды, тигән фекерҙә. Улар сабыйҙы туҡмаған ҡатын төрмәлә ултырырға тейеш, тип иҫәпләй.Йәш әсә билдәләүенсә, бала туҡмалғас, психик яҡтан ныҡ зыян күргән. 4 ай буйынса улар табиптарға һәм психологтарға йөрөргә мәжбүр булған.Күрәһең был ваҡиғаның дауамы буласаҡ. Бала ҡараусы ҡатын суд ҡарары менән риза. Ә бына зыян күргән сабыйҙың әсәһе яңынан ғариза менән судҡа мөрәжәғәт итергә йыйына. Ул психик һәм матди зыян күләмен ҡаплатырға уйлай.
Өфөлә сабыйға ҡул күтәреүсе бала ҡараусыға ҡарата хөкөм ҡарары иғлан ителде.
Тулыраҡ: Өфөлә сабыйға ҡул күтәреүсе бала ҡараусыға ҡарата хөкөм ҡарары иғлан ителде.