Ошо туралағы ҡарар Башҡортостандың норматив-хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.Документта билдәләнеүенсә, хаҡтар күтәрелеүе бигерәк тә Бөрө халҡына ҡағыласаҡ. Унда коммуналь хеҙмәттәр 15 процентҡа тиклем ҡиммәтләнә. Күпселек муниципалитеттарҙа ул 8 процентҡа, ә Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат һәм тағы бер-нисә ҡалала 13 процентҡа артасаҡ. Туймазы ҡалаһы, Туймазы районының 6 ауыл биләмәһендә, Күмертау һәм Октябрский ҡалаларында коммуналь түләүҙәр 14 процентҡа ҡиммәтләнә. 1-се июлдән газға ла тарифтарҙың күтәрелеүе көтөлә. Әммә, ул юридик шәхестәргә генә ҡағыла.
1-се июлдән коммуналь түләүҙәр арта
Тулыраҡ: 1-се июлдән коммуналь түләүҙәр арта