Өфөнөң Ферин урамынан фатир алыусылар 2014-се йылдан бирле йорт туйлай алмай

Тулыраҡ: Өфөнөң Ферин урамынан фатир алыусылар 2014-се йылдан бирле йорт туйлай алмай

Улар торлаҡһыҙ ҙа, аҡсаһыҙ ҙа тороп ҡалған. Илмира Яҡупова береһенән-береһе бәләкәй өс балаһы, өләсәһе, олатаһы менән 34 квадрат метрлыҡ торлаҡта көн күрергә мәжбүр. Хәҙер биш йыл фатирҙан фатирға күсеп ыҙалайбыҙ, ти йәш әсә. Шулай итеп, күп балалы ғаилә бөтөнләй фатирһыҙ ҙа, аҡсаһыҙ ҙа тороп ҡала. Торлаҡты ҡуртымға алып йәшәргә мәжбүр. Кескәйҙәргә иркенләп уйнарға, ололарға ял итергә урын тар.„Төҙөүсе„ асыҡ акционерҙар йәмғиәте Летчиктар, Глинка, Ферина урамдарында бер-нисә йыл элек күп ҡатлы йорттар һала. Тик был торлаҡ әле лә хужаларын ҡабул итә алмай. Төҙөлөш майҙанында сүп-сар өйөмдәрен таҙартып йөрөгән транспорт та ваҡытлыса ғына. Бында йыл ярым бер ниҙә эшләнгәне юҡ, ти халыҡ.2014-се йыл тапшырылырға тейешле йорт һаман төҙөлөп бөтмәнгән. Төҙөлөп бөтмәгән генә түгел, ул инде ҡабаттан емерелә башлаған. Торлаҡтың мөйөштәренән тамсы тама, ә түбә таҡтаһында һәм иҙәндә тишектәр барлыҡҡа килгән. „Төҙөүсе„ асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең тышҡы идарасыһы фатир алыусыларҙы тынысландырырға ашыҡты. Тик йортто төҙөп бөтөү өсөн тағы ла аҡса кәрәк.Яңы төҙөлгән йорттан фатир алғанда ҡайһы бер намыҫһыҙ кешеләрҙең тоҙағына эләкмәү, алданған өлөшсөләр сафын тулыландырмау өсөн ҡанундарҙы ныҡлар белергә кәрәк. Был өлкәләге хоҡуҡтарҙың һәм законлы мәнфәғәттәрҙең төп гарантиялары “Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу тураһын¬да”ғы Федераль законда билдәләнә. Граждандар шулай уҡ “Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы Законға ла таяна ала, ти адвокаттар. Өлөшсөләргә иһә адвокат кәңәштәренә таянырға һәм бирелгән вәғәҙәләргә ышанып көтөргә генә ҡала.