Күп ҡатлы йорттарҙа капиталь ремонт буйынса эштәр исемлеге киңәйтелде

Тулыраҡ: Күп ҡатлы йорттарҙа капиталь ремонт буйынса эштәр исемлеге киңәйтелде

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ошо туралағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Ремонт барышында йорттарҙа лифт яңыртыла, инженер селтәрҙәре алмаштырыла, ҡыйыҡ төҙөкләндерелә, бинаның ал яғы тәртипкә килтереләсәк. Был эштәр дәүләт иҫәбенә башҡарыла. Быйыл төбәктә 1 мең 200-ләп күп ҡатлы йорт капиталь ремонтланырға тейеш.