Улар “Беҙҙе алданылар-”, тигән фекерҙә һәм полицияға мөрәжәғәт итергә йыйына. Автомобиль һатыусылар, иһә, үҙҙәрен ғәйепле тип тоймай. Тиҙҙән машина һатып алам тип йөрөгән был клиенттарҙың хыялдары селпәрәмә килә. Бынан бер-нисә көн элек кенә улар тап ошо Артем исемле менеджер менән машина һатып алырға документтар тултыра. Баҡһаң, кәрәкле ҡағыҙҙарҙы тултырғанда салон хеҙмәткәрҙәре машинаны тапшырҙыҡ тигән килешеү ҡыҫтыра. Машинаны һатып алыр өсөн клиент кәрәкле сумманы түләй. Әммә салон хеҙмәткәрҙәре тейешле документтарҙы тултыртып ҡултамға ҡуйҙыртҡас, машинаны күрһәтер өсөн тағы ла өҫтәп 200 мең һум аҡса һорай. Әммә был хаҡта улар бер һүҙ ҙә өндәшмәгән була. Был алдашыуҙы Анатолийҙың ҡыҙы һиҙеп ҡала. Салон хеҙмәткәрҙәре клиенттар алдында үҙҙәрен ышаныслы тота. Әммә һорауҙарға аныҡ ҡына яуап бирә алмай. Анатолий Капитоновтың ҡатыны был хәлдән һуң үҙенә урын таба алмай. Салонға был мәсьәләне асыҡлау маҡсаты менән килгәндә лә уға тынысланыр өсөн йөрәк дарыуы эсергә тура килде. Капитоновтар ғаиләһе машинаны алыуҙан баш тартты һәм был хәлде асыҡлар өсөн полиция хеҙмәткәрҙәренә ғариза яҙасаҡ.
Өфөлә автосалон клиенттары үҙ аҡсаларын кире ҡайтарыуҙы талап итә
Тулыраҡ: Өфөлә автосалон клиенттары үҙ аҡсаларын кире ҡайтарыуҙы талап итә