Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Сүриә армияһы “Джабхат ан-Нусра” террор төркөмө позицияларын утҡа тотто. Террорсылар быға тиклем Дамасктың көнсығыш райондарында нығынғайны.
  • Ғыйраҡ армияһы Мосулдың тарихи өлөшөндәге Эль-Фәруҡ районынын контролгә алды. Тап бындағы мәсеттә “Ислам дәүләте” төркөмсәһе башлығы өс йыл элек “хәлифәт” тураһында белдергәйне. Үткән аҙнала террорсылар был мәсетте лә шартлатты.
  • Рәсәй премьер-министры Дмитрий Медведев аҙыҡ-түлек эмбаргоһын 2018 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтырға тәҡдим итте. Быға тиклем Европа берлеге Рәсәйгә ҡарата ярты йылға санкциялар индергәйне.