7 йыл буйына өмөтләнеп йәшәү. 2010 йылда Бөрө ҡалаһында янғын сәбәпле йортһыҙ ҡалған 70 йәшлек ханым хәҙер бәләкәй генә бүләмәлә интегеп йәшәй. Ни өсөн инвалид ҡатынға әле лә фатир ҡаралмаған бирелмәгән? Хаҡлы ялда булған Людмила Леонидовна 7 йыл буйы интегеп йәшәй. 2010 йылда ул йәшәгән күп фатирлы йорт янып, көлгә әйләнә. Шул уҡ йылда район хакимиәтенән уға ваҡытлыса йәшәр өсөн бәләкәй генә бүлмә бирәләр.Янғын ваҡытында Людмила Сафронова икенсе ҡаттан һикереп бер аяғын йәрәхәтләй. Бер-нисә йылдан һуң бүлмәләге серек иҙәнгә баҫып икенсе аяғын да имгәтә. Хәҙер ул кеше көнлө.Людмила Сафронованың балалары әсәһенә фатир алыр өсөн Республика Хөкүмәтенә хат яҙып та ҡарай. Тик шунан һуң ғына уны 400-се итеп сиратҡа ҡуялалар. 70 йәшлек әбейгә урамға сығыу ҙур һынауға тиң.Мәҫәлән хатта аш-һыу йәки йыуыныу бүлмәһенә барыр өсөн текә баҫҡыстан төшөп, ошондай ҡараңғы коридор аша үтергә кәрәк.Янған йорт урынына хәҙер күп фатирлы яңы торлаҡ төҙөгәндәр. Тик янғында зыян күреүселәр өсөн түгел. Етем балалар өсөн. Әммә Бөрө районы хакимиәтендә Людмила Сафроноваға ла 2-3 йыл эсендә фатир бүленәсәк, тип ышандырҙылар. Янғында зыян күреүсе ҡатынға көтөргә генә ҡала. 7 йыл көткәнде 2 йылға түҙермен әле, ти Людмила Сафронова.
Кешене өмөт йәшәтә
Тулыраҡ: Кешене өмөт йәшәтә