- Мосул урамдарында музыка яңғырай. Ғыйраҡ хәрбиҙәре һәм полиция хеҙмәткәрҙәре ИГИЛ төркөмөн еңеү яҡынлашыуын байрам итә. Ил хөкүмәте бер аҙнала Мосулды тулыһынса террорсыларҙан азат итергә ниәтләй. Экстремистарҙы ҡыуыу уңайынан ойоштороласаҡ байрамға премьер-министр Хәйҙәр Әль-Абади килеүе лә көтөлә.
- Ливанда Бекаа үҙәнендә көслө янғын Сүриә ҡасаҡтары лагерын көлгә әйләндергән. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр бар. 700 кеше имен урынға күсерелгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғын ашханала башланған. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы хәбәр итеүенсә, Сүриәлә һуғыш башланғандан һуң Ливан миллиондан ашыу ҡасаҡ ҡабул иткән.
- “Касперский лабораторияһы” етәксеһе американдарҙың шикләнеүенә беҙҙең компания асыҡ һәм ғәҙел, тип белдерҙе. Үткән аҙнала Ҡушма Штаттар сенаторҙары оборона министрлығы компьютерҙарына “Касперский лабораторияһы” программаларын ҡуйыуҙы тыйырға тәҡдим иткәйне. Үҙ көсөнә инһен өсөн был документты вәкилдәр палатаһы һәм сенат раҫларға тейеш.
- Ҡытайҙа йыһанға осорған ракета шартлаған. Әлегә бының сәбәптәре билдәле түгел. Ракета элемтә юлдашын орбитаға сығарырға тейеш ине. “Чанчжен-5” йыһанға 25 тонналыҡ йөк сығарыуға һәләтле яңы быуын ракета.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре