Улар менән алып барылған эҙмә-эҙлекле эштең көйләнгәнлеге һөҙөмтәһе был, тип иҫәпләй белгестәр. Өфөнөң 17-се балалар клиник дауаханаһында әсәләре ғүмер бүләк иткән, әммә күкрәк һөтөнән, һөйөүенән һәм наҙынан мәхрүм ҡалдырған 4 сабый йәшәй. Табиптар әлеге ваҡытта уларҙың сәләмәтлеген тикшереп, дауалау курсын үткәрә. Яңғыҙ ҡалған бәләкәстәрҙе аяҡҡа баҫтырыу — улар өсөн ят күренеш түгел.Дауалау курсын үткән сабыйҙар артабан йә ғаиләгә, йә балалар йортона урынлаштырыла. Шулай ҙа һәр этапта уларҙы ғаиләгә урынлаштырыу — төп маҡсат итеп ҡуйыла.Тормошта төрлө хәлдәр булла: эштәге ҡатмарлылыҡтар, мөнәсәбәттәрҙең ҡатмарлашыуы... Шулай ҙа ата-әсәләр үҙҙәренең балаларынан баш тартырға тырышмайҙар. Быны беҙ һеҙгә Өфөләге балалар йорто миҫалында әйтә алабыҙ. Бында барыһы 5 йәшкә тиклемге 120 бала тәрбиәләнә. Әгәр ҙә уларҙың өсөһөнән бөтөнләй баш тартҡандар икән, бына тағы ла бер ыңғай миҫалдарҙың береһе - 50 баланы атай-әсәйҙәре ғариза яҙып ваҡытлыса ҡалдырып киткән. Ни өсөн ваҡытлыса? Ошо арауыҡ эсендә үҙҙәренең тормошондағы төрлө мәсьәләрҙе хәл итер өсөн. Һәр ваҡыт баланың ғаиләлә тәрбиәләнеүенә өҫтөнлөк бирелә. Республикала кризис үҙәктәренең эшләүе бик күп әсәләргә сабыйы менән бергә ҡалырға ярҙам итә.Тап шундай кризис үҙәктәренең барлығы, унда психолог, педиатр, социаль хеҙмәткәрҙәрҙең ярҙам итеүе арҡаһында Динислам әле әсәһе ҡосағында өлкән апай-ағайҙарының уйнағанын күҙәтә.Республикала бер әсәне лә, бер ғаиләне лә мәсьәләләре менән япа-яңғыҙ ҡалдырмайҙар. Тик уларға үҙ сиратында ауырлыҡтар кисереүе, кәңәш һәм ярҙам кәрәклеге тураһында хәбәр итеү шарт. Һәр бала үҙ рәте менән тыуа, тип бушҡа әйтелмәгән. Бөгөнгө көндә ҡыйыуыраҡ, көслөрәк, йүнселерәк булыу мөһим.
Республикала яңы тыуған сабыйҙарынан баш тартҡан атай-әсәйҙәр һаны кәмей
Тулыраҡ: Республикала яңы тыуған сабыйҙарынан баш тартҡан атай-әсәйҙәр һаны кәмей