Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө алдынан Өфөлә тыуым кимәленә йоғонто яһаған сәбәптәрҙе асыҡлауға арналған түңәрәк өҫтәл ултырышы үтте. Республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығы етәкселеге, журналистар, социология өлкәһе белгестәре, ғалимдар дәүләт өсөн иң мөһим демография тураһында фекер алышты. Был өлкәләге социаль тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә яһалған күҙаллауҙар һөйөндөрмәй – киләһе ун биш йылда республикала хеҙмәт йәшендәге кешеләр һаны 450 меңгә кәмеүе ихтимал. Тыуымды арттырыу өсөн дәүләт күргән социаль саралар ғына аҙ, бала табырға тәүәккәлләр алдынан йәштәр хәҙер тотороҡло тормош нығынғанын көтә. Даими килем сығанағы, торлаҡ, бала тәрбиәләү өсөн уңайлы шарттар булдырыу хөкүмәт хәстәре иҫәпләнһә, ғаилә именлеген ҡайғыртыуҙы йәштәр үҙ иңенә алырға тейеш. Статистика иһә бөгөн һәр кем өсөн ҡиммәтле төшөнсәләрҙе асыҡлап, кешенең тормошҡа мөнәсәбәтен үҙгәртер этәргестәр эҙләй.
Бәхет индексын кем иҫәпләй һәм кеше һанын нисек арттырырға?
Тулыраҡ: Бәхет индексын кем иҫәпләй һәм кеше һанын нисек арттырырға?