Карелия республикаһында Бөтә Рәсәй эпик сәнғәт конкурс-фестивале үтте

Тулыраҡ: Карелия республикаһында Бөтә Рәсәй эпик сәнғәт конкурс-фестивале үтте

Башҡортостан исеменән унда Мәскәүҙән “Аҡ тирмә” фольклор коллективы ҡатнашты.Петрозаводск ҡалаһына Башҡортостан, Коми, Марий Эл, Карелия республикаларынан, Тверь һәм Архагель төбәктәренән, Краснодар крайынан 10 йәштән 90 йәшкә тиклемге 150 үҙешмәкәр конкурсант һәм фольклор ансамблдәре йыйылды. Мәскәү башҡорттарының “Аҡ тирмә” фольклор коллективы Карелия тамашасыларын “Урал-Батыр” эпосы менән таныштырҙы. Шулай уҡ килгән ҡунаҡтарға башҡорт халыҡ йырҙарын йырлап ишеттерҙе.