Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре Башҡортостан юлдарын тикшерҙе. "Емерек юлдар картаһы"н төҙөүселәр Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларында булды. Өфөлә 2015 йыл менән сағыштырғанда юлдарҙың күпкә яҡшырыуы билдәләнде. Стәрлетамаҡта төп проблема тип юл тамғаларының һәм йәйәүләләр үтеү урындарының аҙ булыуы теркәлде. Салауат ҡалаһы юлдарын халыҡ фронты эскперттары соҡор-саҡырлы тип баһаланы. Федераль проекттың сираттағы этабы 9-сы июндә башланғайны. Уның һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй төбәктәре юлдары рейтингы төҙөлә. Бер ай самаһы элек Жуков урамында яңынан түшәлгән юлдан елдергән автомобиль хужалары юлды тиҙлек берәмегендә һынаһа, белгестәр өсөн юл сифатын асыҡлар күрһәткестәр бөтөнләй башҡа. Уларҙың иҫәбен бары иғтибарлы күҙгә салынған тигеҙ йоморо соҡор һыҙыҡтары белгертә ала. Юл лабораторияһы вәкилдәре яңы ҡаплам өлгөләрен һәр ете саҡрым һайын киҫеп ала. Юл ҡапламы өлгөләре ошо лабораторияла етди һынауҙар үтә. Тәүҙә уларға ошондай махсус төрлө формалар бирелә. Артабан бындағы һәр ҡоролма уларға тәбиғи шарттарға яҡын көсөргәнешлек менән тәьҫир итә. Ҡаплам өлгөләре бер урында һалҡын һауа йоғонтоһона бирелә, икенсеһендә юғары температураға еткереп ҡыҙҙырыла. Һыу һеңдереү, онталыу, ауырлыҡты күтәреү сифаттарының да дәүләт стандарттарына тап килгән-килмәгәне махсус йыһаздар ярҙамында асыҡлана. Артур Зиннәтуллин лабораторияның беренсе категория инженеры вазифаһында. Юл сифатын тикшереү эше менән йыл әйләнәһенә мәшғүл. Ҡышын өлгөләр алынмаған осорҙа иһә лаборатория белгестәре фәнни тикшеренеүҙәр алып бара. Сит ил юлсылары тәжрибәһен өйрәнеп уның ыңғай яҡтарын беҙҙә ҡулланыу сараларын билдәләй. Юлдың иң яуыз дошмандарын сифат асыҡлаусылар аяуһыҙ һауа шарттары, ҡыҙыу автомобиль хәрәкәте һәм... тырнаҡлы тәгәрмәстәрҙә күрә. Камиллыҡҡа өлгәшеү өсөн уларға ҡаршы тороу түгел, ә талаптарға ярашлы юлдар һалыу зарур. Уларҙың сифатын даими тикшереп тороу төҙөүселәрҙең дә яуаплылығын нығыта. Быны һандар үҙе дәлилләй. Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының төбәк башҡарма комитеты мәғлүмәттәре буйынса һуңғы ике йылда Өфө юлдарының торошо яҡшы яҡҡа үҙгәргән. Гарантиялы юлдар ысынлап та өлгөлө хәлдә. Жуков урамындағы юл ҡапламына ла сифат лабораторияһы юғары баһа бирҙе.
Башҡортостанда юлдар сифаты нисек?
Тулыраҡ: Башҡортостанда юлдар сифаты нисек?