Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Лос-Анджелеста меңләгән кеше Америка президенты Дональд Трампҡа импичмент талап итеп урамға сыҡты. Улар алдында ил башлығын вазифаһынан бушатыу өсөн кәрәкле документтар әҙерләгән конгрессмен Бред Шерман сығыш яһаны. Ҡалала бер үк ваҡытта Трамп яҡлылар митингы ла үткән.

Гамбургта Джи 20 форумы алдынан полиция хеҙмәткәрҙәре антиглобалистарҙың лагерын юҡ иткән. Бер-нисә кеше ҡулға алынған. Ике көнлөн саммит ваҡытында 21 мең кеше именлек тәьмин итәсәк. Хакимиәттәр 2001 йылда Италияның Генуя ҡалаһындағы кеүек хәл ҡабатланыуҙан ҡурҡа.

Венесуэла оппозицияһы рәсми булмаған референдум үткәрергә йыйына. Унда бер генә һорау буласаҡ: Һеҙ президент Мадуроның Конституция ассамблеяһын һайлау һәм илдең төп законын үҙгәртеү тураһындаҡы ҡарары менән ризамы? Тауыш бире= 16 июлгә тәғәйенләнгән.

Силәбе өлкәһендә Максимовка күлендә кәмә түңкәрелгән. 4 бала, уларҙы ҡотҡарырға теләгән ике өлкән кеше һәләк булған. Бер кеше хәбәрһеҙ юғалған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә„ фажиғә сәбәбе именлек ҡағиҙәләрен үтәмәүгә бәйле.

Белоруссияның бойондороҡһоҙлоҡ көнөнә арнап Минск ҡалаһында парад үткән. Хәрби техниканан тыш, халыҡҡа илдең ауыл хужалығы ҡаҙаныштары ла күрһәтелгән. Меңләгән кеше танктар һәм ракета комплекстары менән бер колоннала тракторҙар һәм мебель, көнкүреш техникаһы тейәгән машиналар үтеүен күҙәткән.