Иң яҡшы уҡытыусылар Башҡортостан Башлығы премияларын аласаҡ

Тулыраҡ: Иң яҡшы уҡытыусылар Башҡортостан Башлығы премияларын аласаҡ

Рөстәм Хәмитов «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсы, «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы һәм уның сиктәрендә уҙғарылған «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» һәм «Йәш йыл уҡытыусыһы» конкурстары лауреаттарына Башҡортостан Башлығы премияларын биреү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Быйыл премия 25 уҡытыусыға тапшырыласаҡ.