Башҡортостан халҡының килеме арта

Тулыраҡ: Башҡортостан халҡының килеме арта

Республика статистика хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, май айында бер йән эйәһенә табыш 24 мең 104 һум булған. Ә апрель айында был күрһәткес 268 һумға аҙыраҡ ине. Ғинуарҙа иһә 24 мең 34 һумға еткән. 2016-сы йыл менән сағыштырғанда кешеләрҙең килемендә ҙур үҙгәрештәр теркәлмәгән. Мәҫәлән, уҙған йылдың беренсе кварталында бер йән башына 24 мең 38 һумлыҡ табыш булған.