Өфөлә бизнес-инкубатор асылды

Тулыраҡ: Өфөлә бизнес-инкубатор асылды

Башҡортостан хөкүмәте делегацияһының июндә Ҡытайға сәфәре барышында Башҡорт дәүләт университеты нигеҙендә Рәсәй-Ҡытай студенттарының бизнес-инкубаторын булдырыу тураһында килешелгәйне. Бөгөн уны асыу тантанаһы үтте. Был проекттың төп маҡсаты – Рәсәй һәм Ҡытай йәштәрен берҙәм эш асыу һәм бизнес алып барыу серҙәренә өйрәтеү. Белгестәр әйтеүенсә, бизнес-инкубатор ике ил эшҡыуарҙары өсөн үҙенсәлекле майҙансыҡ буласаҡ. Унда йәштәр үҙҙәренең идеяларын тәҡдим итеп, уларҙы тормошҡа ашыра ала.Бизнес-инкубаторҙа 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге новаторҙар һәм эшҡыуарҙар үҙҙәренең белемен камиллаштыра ала. Һуңынан уларға ошо турала танытма һәм халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашыу өсөн юллама тапшырыла.Башҡорт дәүләт университеты 2 тиҫтәнән ашыу илдең юғары мәктәбе менән хеҙмәттәшлек итә. Араларында Ҡытай университеттары ла бар.