Был яңы ысул буласаҡ табиптарҙың белем кимәлен тикшереү мөмкинлеген бирә. Булат –балалар табибы буласаҡ. Тик был яуаплы эшкә тотоноу алдынан мотлаҡ рәүештә аккредитация үтергә кәрәк, ти егет. Буласаҡ табиптың белем кимәлен видеокамера аша илдең төрлө төбәктәренән килгән профессорҙар, табиптар тикшерә, шулай уҡ улар төрлө һорау ҙа бирә ала. Бындай ысул, хатта имтихан биргәнгә ҡарағанда ла ауырыраҡ.Аккредитация комиссияһы вәкилдәре имтихан биреүселәрҙең һәр хәрәкәтен күҙ уңында тота, теге йәки был мәсьәләнең дөрөҫ башҡарылыуын тикшерә.Аккредитация комиссияһы вәкилдәренең һәр береһе имтихан биреүселәр менән аудио һәм видео бәйләнешкә инә. Бар нәмә лә асыҡ, хәйләләшеү йә булмаһа имтиханды һатып алыу мөмкин түгел.Быйыл аккредитацияны Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алған меңгә яҡын студент үтә. Ул өс этаптан тора. Беренсе тапҡырҙан талаптарҙы үтәй алмағандарға тағы ла ике мөмкинлек бирелә. Бар этаптарҙы ла уңышлы үткән студенттар- сертификат алып, дауалау учреждениеларында эш башлай аласаҡ.
Медицина уҡыу йорттары студенттары аккредитация үтә
Тулыраҡ: Медицина уҡыу йорттары студенттары аккредитация үтә






