Июнь айында Башҡортостанда ямғыр 2 айлыҡ норманы үтәгән

Тулыраҡ: Июнь айында Башҡортостанда ямғыр 2 айлыҡ норманы үтәгән

Синоптиктар билдәләүенсә, бындай хәл һуңғы 35 йылда тәүгә күҙәтелә. Йәйҙең беренсе айында 128 миллиметр яуым-төшөм булған, был айлыҡ нормаға ҡарата 219 процент. Баш ҡала хакимиәте иһә Өфөлә ямғыр һыуҙарын үткәреү системаларының төҙөк түгеллеген танырға мәжбүр булды. Ул барыһында ГОСТ нормаларының камилһыҙлығын ғәйепләп, төҙөлөш талаптарын үҙгәртергә кәрәк тине.