Чапаев урамында йәшәгән Хәбибуллиндар ғаиләһенең йортон һыу баҫҡан. Бар мөлкәт юҡҡа сыҡҡан. Хәбибуллиндар ғаиләһенең йылдар буйы йыйған мөлкәте бер-нисә сәғәт эсендә юҡҡа сыҡҡан. Өйҙөң баҙынан һыу сыға башлай. Һыу үткәргестәрҙә авария булыуы һәм ваҡытында уның тикшерелмәүе – бының төп сәбәбе, тип иҫәпләй ғаилә. Бер-нисә сантимерға күтәрелгән һыуҙы ғаилә тәүҙә насос менән ағыҙып ҡарай. Әммә уның ҡапыл илле сантимерғаса күтәрелеп китеүен үҙҙәре лә һиҙмәй ҡала. Иң мөһиме кәрәкле документтарҙы сығарып өлгөрөү ине, ти улар. Һыу ныҡлап күтәрелгәс тә, Альбина йәнә һыу үткәргес хеҙмәткәрҙәренә бара. Ҡотҡарыусыларға ике көн буйы һыуҙы ағыҙырға тура килә. Әммә йорт эсендә ҡалған кәрәк-яраҡтар бөтөнләй эштән сыҡҡан.Ҡотҡарыусылар килеп һыуҙың яртыһын сығарып өлгөрә. Әммә йорт хужаларына хәҙер өйҙә ҙур ремонт эшләргә тура килә. Сөнки иҙән таҡталары тулыһынса аҡтарылып сыҡҡан.Әле Альбина әсәһе менән мунсала йәшәргә мәжбүр. Бешерергә плита юҡ, йоҡларға ла урын берәү генә. Альбина был мәсьәләне асыҡлар өсөн прокуратура хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт иткән. Иң мөһиме, ғәйеплене табырға һәм торлаҡ кәрәк-яраҡтарын яңыртып, йорт эсен ремонтларға ине, ти ул.
Өфөлә коммуналь авария
Тулыраҡ: Өфөлә коммуналь авария