Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тулы булмаған ғаиләләргә 300 мең һум түләнәсәк

Тулыраҡ: Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тулы булмаған ғаиләләргә 300 мең һум түләнәсәк

Был хаҡта республика башлығы Йәмәғәт палатаһы ағзалары менән осрашыуҙа белдерҙе. Социаль түләү бер тапҡыр ғына биреләсәк. Ултырышта Рөстәм Хәмитов асыҡ булырға, борсоған мәсьәләләрҙе урта һалып һөйләшергә саҡырҙы.Әле республикала демографик хәлде яҡшыртыу йәһәтенән күләмле проект тормошҡа ашырыла. Башҡортостан Башлығы указы менән тәүге бала тыуғанда торлаҡ һатып алыу йәки ипотека кредиты буйынса төп бурыстың ҡалған өлөшөн ҡаплау өсөн 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләү тапшырыла. Аҡсаны республика Хөкүмәте билдәләгән тәртиптә икеһенең дә йәше 35-тән артмаған һәм торлаҡҡа мохтаждар исемлегендә торған ғаиләләр ала.