Ҡытай етәксеһе Си Цзиньпиндың Мәскәүгә рәсми сәфәре иҡтисади мөнәсәбәттәр һәм мәҙәниәт өлкәләһендә 40-тан ашыу килешеүгә ҡул ҡуйыу менән тамамланды. Яҡтар Кореялағы хәлдәрҙе көйләүҙе тышҡы сәйәсәттәге төп йүнәлеш тип билдәләне.Си Цзинпин, үҙ сиратында, Ҡытай менән Рәсәйҙең мөнәсәбәттәре яңы кимәлгә сыҡты һәм ул донъяла тотороҡлолоҡ һаҡлауға ярҙам итәсәк, тип белдерҙе.
Италия фермеры Дарио Гамбарин трактор һәм һабан ярҙамында баҫыуҙа Рәсәй президентының портретын төшөргән. Фермерҙы был эшкә Джи 20 саммитында Владимир Путин Америка президенты Дональд Трамп менән осрашасаҡ, тигән хәбәр илһамландырған.
Ә бына Германия пенсионеры ай ярым ваҡытта 6 мең саҡырым юл үтеп таушалып бөткән тракторында Санкт-Петербургҡа килгән. Ошо сәйәхәт менән мин урыҫтар һәм немецтар араһындағы дуҫлыҡты нығытырға теләйем, тигән Германия пенсионеры.
Себерҙә һәм Алыҫ Көнсығышта урман янғындарына бәйле ҡатмарлы хәл һаҡлана. Байкал аръяғында 40 градуслыҡ эҫе. Шуға ла янғындарҙың артыуы күҙаллана. Иркутск өлкәһендә лә урмандар яна. Төбәктәр етәкселәре ут ялмап алған майҙандарҙы кәметеп күрһәтергә тырыша, тип хәбәр итә ҡайһы бер мәғлүмәт саралары.






