Республикала махсус рейдтар үтә. Уның сиктәрендә дәүләткә иғәнәләрен ваҡытында түләмәгән физик һәм юридик шәхестәрҙең мөлкәтенә арест һалына, автомобиль йә башҡа транспорт саралары туҡталҡаға оҙатыла. Ошондай сараларҙың береһендә беҙҙең хәбәрселәр ҙә булып ҡайтты. Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендәге сәнәғәт объекттарының береһендә суд приставтарын уҫал ханым ҡаршыланы. Был тимер ҡапҡа артында дәүләткә 600 мең һумға яҡын бурысы булған ҡатындың келәте.Объектҡа инергә рәхсәт биреүҙе һорап ҡарауылсыны өгөтләүҙәр һөҙөмтә бирмәгәс приставтар штурмға күсә.Хужабикә урында булмай сыҡты, шулай ҙа үҙен келәтте ҡуртымға алыусы тип таныштырыусы ир бөтәһен дә күрһәтергә ризалыҡ белдерҙе.Тикшереү барышында үҙен ҡорбан тип танытҡан бизнесмен бурыслы ҡатындың ире булып сыҡты. Баҡтиһәң, ул да һалым органдарының һәм приставтарҙың даими клиенты. 19 июндә башланған суд приставтарының һалым органдары менән берлектәге рейды сиктәрендә ошондай 169 граждандың мөлкәтенә сикләү һалынған. Приставтар бындай рейдтарҙың һөҙөмтәле булыуын билдәләй. Ҡулға алынған милек хужалары тиҙ арала аҡса табып дәүләткә бурстарын ҡайтара.Башҡортостанда һалым буйынса бурыс күләме 2 миллиард 800 миллион һумға етә, шуның 2 миллиарды транспорт һалымы буйынса. Бурысы булған физик шәхестәрҙе иртә менән приставтар ишек ҡағып уятыуы ихтимал, сөнки рейдтар башлыса кеше эшкә сыҡмаҫ борон башлана. Юридик шәхестәргә бикләнеп ҡасыу урынһыҙ. Шуға күрә Суд приставтары бурыстарҙы мәғлүмәт банкы аша күҙәтеп барарға саҡыра.
Суд приставтары һалым буйынса бурысы булғандарға һунар башланы
Тулыраҡ: Суд приставтары һалым буйынса бурысы булғандарға һунар башланы