Талпандар һөжүме дауам итә

Тулыраҡ: Талпандар һөжүме дауам итә

Өлкән ҡыҙын сабыйҙар кеүек тәрбиәләгән ҡатын йәки талпандар һөжүме дауам итә. Башҡортостанда талпан энцефалитын йоҡтороу ихтималлығы ҙур, тип иҫкәртә белгестәр. Ваҡытында дауаламаһаң был ауырыу инвалидлыҡҡа, хатта үлемгә килтереүе ихтимал.Тәү ҡарауға ябай ғына хәрәкәттәр Ольга Брайцараға ҙур ҡыйынлыҡ менән бирелә. Ҡатынға 4 йыл элек энцефалитлы талпан ҡаҙалып, вирус баш һәм арҡа мейеһен зарарлай, бер ай комала ятҡандан һуң кәүҙәһе хәрәкәтһеҙлек хәленә килтерә. Әле Ольга яйлап ҡул бармаҡтарын йөрөтә башлаған һәм башын тота ала.Фалиж һуҡҡан ҡатынды әсәһе ҡарай. Любовь Теплова ҡыҙын аяҡҡа баҫтырыу өсөн бөтә көсөн һала. Сабый кеүек яңынан баҫырға ла өйрәтә.Ольга Брайцара заманында билдәле эшҡыуар, бәхетле әсә һәм ҡатын ине. Бер бәләкәй генә талпан уны хәрәкәтһеҙ генә түгел, аҡсаһыҙ, ғаиләһеҙ һәм торлаҡһыҙ ҡалдыра. Ун йылдан ашыу бергә йәшәгән тормош иптәше ғаиләнең бар мөлкәтен һата, аҡсаны үҙенә алып, ҡатынын ташлап китә. Дуҫтары ла унан ситләшә.Талпан энцефалиты ҡурҡыныс сир, ваҡытында дауаламаһаң инвалидлыҡ, хатта үлемгә килтереүе ихтимал. Әйткәндәй, беҙҙең республикала талпан энцефалитын йоҡтороу ихтималлығы ҙур. Шуға ла кескәй генә бѳжәккә ҡул һелтәп ҡарарға ярамай. Ҡаҙалған осраҡта мотлаҡ дауаханаға мѳрәжәғәт итергә кәрәк. Лабораторияға талпанды тәндән алған көндө үк килтерергә кәрәк. Оҙаҡ ятһа, уның кибеүе ихтимал, ти табиптар. Вирусы юҡҡа сыҡмаһа ла, уны билдәләүе ауырға төшә. Шулай уҡ, банкаға йәки контейнерға дымлы мамыҡ һалырға кәңәш итәләр. Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһынан әле лә кеше өҙөлмәй. Унда тикшереүҙең һөҙөмтәһен көнөндә үк хәбәр итәләр. Ольга Брайцара ҡаҙалған талпанын юғалтҡан. Иммуноглобулин эшләтһә лә, вирусы йоғоп өлгөрә. Үҙенең башынан үткәнгә күрә, ул күҙ йәштәре аша башҡаларҙы һаҡланырға саҡыра.Башҡортостанда йыл башынан 9 меңдән ашыу кеше талпан ҡаҙалып дауаханаларға мөрәжәғәт иткән. Уларҙың араһында энцефалит вирусын йөрөткәндәре лә бар.