Роза Гәрәева йәй һуңлап килеүгә ҡарамаҫтан йорт еләгенең сифаты һис тә НАСАРАЙМАҒАн, тигән фекерҙә. Еләк ҡояш сыҡҡан арала булһа ла бешә, тик йыйып ҡына өлгөр.Роза Гәрәева еләк йыйырға ҡыҙы, ейәне менән килгән. Ҡышҡылыҡҡа етерлек кимәлдә витамин йыйып ҡалырға кәрәк, ти бәләкәй Кирилл. Боҙаяҙ еләк баҡсаһы ошо көндәрҙә еләк миҙгелен асты. Теләгән кеше бында килеп, үҙаллы емеште йыйып, туйғансы һыйланып ҡайта ала. Быйыл уңыш былтырғыға ҡарағанда һуңыраҡ өлгөрһә лә, бер сәғәт эсендә ошондай 10 л биҙрәне тултырырға мөмкин. Еләктәр бер нәмә менән дә эшкәртелмәй, шуға улар экологик яҡтан таҙа, ти хеҙмәткәрҙәр.2011-се йылдан бирле еләклекте тергеҙәбеҙ, ҡартайған емештәр урынына яңыларын ултыртып, сүп үләндәрен утап торабыҙ, ти баҡсасылар. Тиҙҙән баҡса тағы ла ҙурыраҡ буласаҡ. Икенсе йыл көн торошо һәйбәт булһа, яңы ултыртҡан еләктәр мул уңыш биреп ҡыуандырыр әле, ти хеҙмәткәрҙәр.
Төбәктә еләк йыйыу миҙгеле башланды
Тулыраҡ: Төбәктә еләк йыйыу миҙгеле башланды