Бындай һауа торошо ҡортсоларҙы борсоуға һала. Умартасылар билдәләүенсә, ҡорттар бал йыйырға бик һирәк сыға. Йәйҙең икенсе айы башланыуға ҡарамаҫтан, умартасылар әле быйылғы балды тәмләп ҡарағандары ла юҡ. Бер туҡтауһыҙ яуған ямғыр бал йыйырға ҡамасаулай.Быйыл бал ҡорттары ҡышты яҡшы сыҡты ти, умартасы Риф Шәүәлиев. Тик бөтә йыйылған бал — ҡорттарҙың үҙҙәренә генә саҡ етә.Былтыр ошо хужалыҡта июнь аҙағына ярты тонналап бал йыйылһа, быйыл иһә 1 килограмм да татлы ризыҡ юҡ. Белгестәр быны насар һауа торошо менән бәйләй.Умартасылар иһә әлегә ҙур хәүеф юҡ тип белдерә. Сөнки июль урталарында йүкә сәскә ата. Көҙгә табан көнбағыш һәм ҡара бойҙай өлгөрә.Әле һатылған балдың хаҡы уҙған йылғы кимәлдә ҡала. Тик сауҙалағы татлы ризыҡ та былтырғы уңыштан.Белгестәр иһә һауа торошо ниндәй генә булыуға ҡарамаҫтан, бары тик эшләргә кәрәк ти белдерә.Мәғлүмәттәр буйынса, былтыр төбәктә 11 мең тонна самаһы бал етештерелгән, шуның яртыһы һатыуға сығарылған. Тик быйылғы ямғырҙар иһә был һанды күпкә ҡыҫҡартыуы ихтимал.
Башҡортостан быйыл балһыҙ ҡалыуы ихтимал
Тулыраҡ: Башҡортостан быйыл балһыҙ ҡалыуы ихтимал