- Рәсәйҙең Ту-95МС самолеттары Сүриәлә Хама һәм Хомс виләйәттәрендә “Ислам дәүләте” террор ойошмаһы объекттарын яңы ҡанатлы ракеталар менән утҡа тотто. Һөҙөмтәлә террорсыларҙың команда пункты, ҡорал һаҡланған өс келәте юҡ ителде.
- Рәсәй һәм Ҡытай Корея ярымтрауындағы хәлде көйләү буйынса Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының именлек шураһында берлектәге документ әҙерләй. Уға Си Цзиньпиндың Мәскәүгә сәфәре барышында ҡул ҡуйылғайны. Пхеньян континент-ара баллистик ракета уңышлы һынау үтте, тип белдерҙе.
- Европа берлеге миграция көрсөгөнән сығыу юлдарын эҙләй. Бынан ары кешеләр күсеп киткән Африка илдәренә һәм ҡасаҡтарҙы күпләп ҡабул иткән Италияға аҡсалата ярҙам күрһәтергә ҡарар ителгән.
- Гамбургта Джи 20 саммитын үткәреүгә ҡаршы булыусылар тауышһыҙ акция үткәрҙе. Биттәренә, кейемдәренә балсыҡ буяған демонстранттар һуңынан кейемдәрен сисеп ташлап төрлө төҫтәге футболкаларҙа бейей башлаған. Антиглобалистарға ҡаршы саммит көндәрендә етди саралар күреләсәк. Джи 20 йыйыны ваҡытында 21 мең полиция хеҙмәткәре именлек тәьмин итә.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре