10 мең һумдан ашыу бурысы булғандар ҙа сит илгә сыға ала

Тулыраҡ: 10 мең һумдан ашыу бурысы булғандар ҙа сит илгә сыға ала

Дәүләт Думаһында ошо туралағы законға үҙгәрештәр әҙерләнә. Әлеге ваҡытта 10 мең һумдан күберәк бурыстары булғандар өсөн сит илгә юл ябыҡ. Парламентарийҙар был сумманы 30 мең һумға еткерергә тәҡдим итә. Үҙгәрештәр ҡабул ителгән осраҡта, закон быйыл 1 октябрҙән ғәмәлгә инә. Суд приставтары федераль хеҙмәтендә был ҡанун проектын хуплағандар. Әлеге көндә Башҡортостанда 62 мең ярым кешегә сит илгә сығыу сикләнгән.