Нэрика ҡушаматлы эт кешенең сумкаһында күпме аҡса барлығын билдәләй ала. Үҙенсәлекле “дүрт аяҡлы дуҫ” менән бөгөн Башҡортостан таможняһының беренсе ярты йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап үткәрелгән матбуғат конференцияһында таныштырҙылар. Нэрика Өфө аэропортында эшләй. Ул рөхсәт ителгән 10 мең долларҙан күберәк аҡса алып сығырға йыйынған граждандарҙы еҫ буйынса асыҡлай. Волга буйы федераль округында иң яҡшы дүрт аяҡлы таможня хеҙмәткәренә дүрт йәш. Ике йыл хеҙмәт осоронда ул байтаҡ ҡына ҡанун боҙоусыларҙы тотоп өлгөргән.
Хайуандар ҙа аҡса иҫәпләй белә
Тулыраҡ: Хайуандар ҙа аҡса иҫәпләй белә






