Өфөлә төҙөлөшкә аҡса индереп алданыусы йөҙҙән ашыу кеше бәләгә әүерелгән йорттары янында палаткалар ҡора. Дим 9 микрорайоны өлөшсөләре ярымтөҙөк фатирҙарында йәшәргә әҙер. Улар 3 йыл инде йорттоң төҙөлөп бөткәнен көтә. Төҙөлөш ойошмаһы иһә үҙ бәләһендә йә чиновниктарҙы ғәйепләй, йә йортто тапшырыу ваҡытын ике ай һайын кисектерә килә. Людмила Полезина ғаиләһе менән 2 йыл инде сирле 70 йәшлек өләсәһенең кескәй генә мөйөшөн бүлешергә мәжбүр. Йәштәр 2014 йылда уҡ Дим 9 микрорайонынан ипотекаға фатир һатып ала. Ул ваҡытта төҙөүсе ойошма 15-се йыл башына йортто тапшырырға вәғәҙәләй. Әммә өсөнсө йыл инде эш вәғәҙәнән ары китмәй.Төҙөлөп бөтмәгән йортҡа ҡойо кисеп килеүселәрҙең барыһын да ошондай уҡ оҡшаш яҙмыш берләштерә. Ҡасандыр улар КРОНА ойошмаһының рекламаларына ышанып төҙөлөшкә өлөшсө булып инә. КРОНА етәкселеге бынан бер нисә йыл элек матур вәғәҙәләр менән миллиондарын алған өлөшсөләрҙе хәҙер күрергә лә теләмәй. Кешеләр ирекһеҙҙән төҙөлөп бөтмәгән йорттары янында палаткалар ҡорорға мәжбүр. Беҙҙең ижади төркөмдө офиста күреп КРОНА вәкилдәре бер аҙ юғалып ҡалды. Өлөшсөләрҙең дәғүәләре был юлы ла яуапһыҙ ҡалманы.Әммә өлөшсөләр хәҙер инде был вәғәҙәләргә ышанырға теләмәй. Республика, Рәсәй прокуратураһына, Президент, төбәк башлығы менән тура бәйләнештәргә мөрәжәғәт яҙып арыған халыҡ эштәрҙең тамамланырына өмөт итә. Ойошма етәкселеге иһә бөтә бәләне ҡала хакимиәтенә япһырырға тырыша, чиновниктарҙы ер биләмәһенә ҡуртым килешеүен туҡтауҙа ғәйепләй. Килешеү 2017 йылдың 30 июненә тиклем оҙайтыла, әммә был ваҡытҡа тиклем дә эштәр йәнләнмәй. Ҡала хакимиәтендә иһә бөтә ғауғаны төҙөлөш ойошмаһының яуаплылыҡтан ҡасырға теләүе тип аңлаталар. Өлөшсөләр мәсьәләһе хаҡында кисә Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында Республика Башлығы ла билдәләне, закондар үҙгәрҙе, яуаплылыҡ артты, әммә бының менән алданыусылар һаны кәмемәй тине ул. Халыҡтан миллиондарҙы йыйған төҙөүселәр ҡала хакимиәте менән низағлашҡансы, үҙ фатирын көткән өлөшсөләргә өмөтөн өҙмәй көтөргә генә ҡала. Был юлы уларға ноябргә тиклем фатирҙарын тапшырырға вәғәҙәләнеләр.
Өфөлә өлөшсөләр йорттары янында палаткалар ҡора
Тулыраҡ: Өфөлә өлөшсөләр йорттары янында палаткалар ҡора