- Джи 20 саммиты үтәсәк Гамбургта полиция демонстранттарҙы водометтар ярҙамында ҡыуалаған. Хакимиәттәр беҙ ошондай аҙымға барырға мәжбүрбеҙ, сөнки антиглобалистар һәм һул радикалдар тәртип һаҡсыларына шешәләр, педардалар ырғыта башланы, тип белдергән. Ҡаршылыҡ акцияһында 12 мең самаһы кеше ҡатнашҡан.
- Японияла һыу ташыу һәм ер ишелеү сәбәпле кәм тигәндә өс кеше һәләк булған. Бында бер-нисә көн ҡойма ямғырҙар туҡтамай. 500 меңә кеше йәшәгән урындарын ҡалдырып китергә мәжбүр. Йәимәғәт транспорты йөрөмәй. Ике меңләп йортта электр уты юҡ.
- Истамбулда Амнести Интернешнл активистары тағы ла бер аҙна һаҡ аҫтында ҡаласаҡ. Уларға туғандары һәм юристар менән күрешеү ҡәтғи тыйылған. Ҡулға алыу сәбәптәре билдәле түгел.
- Сан-Франциско пляждарының береһендә кайтсерфинг менән шөғөлләнеүсе ир кит менән бәрелешкән. Бер кемдә йәрәхәтләнмәгән, тип хәбәр итә машабле баҫмаһы
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре