Ҡырмыҫҡалы районында бөгөн бесәнселәрҙең “Сыңла салғы” фольклор байрамы бара

Тулыраҡ: Ҡырмыҫҡалы районында бөгөн бесәнселәрҙең “Сыңла салғы” фольклор байрамы бара

Күмәк сарала Иран делегацияһы вәкилдәре лә ҡатнаша. Ислам республикаһынан килгән ҡунаҡтарҙы Башҡортостан менән иҡтисади хеҙмәттәшлек кенә түгел, республиканың мәҙәни һәм милли йолалары ла ҡыҙыҡһындыра. Рәсәй менән Ирандың беренсе социаль-мәҙәни форумында ҡатнашыусылар Өфөлә йомғаҡлау коммюникеһына ҡул ҡуйҙы.Ике ил төбәктәре үҙ-ара хеҙмәттәшлекте артабан киңәйтергә ниәтләй. Әлегә тиклем Башҡортостан Иран менән нефть эшкәртеү, химия сәнәғәттәрендә, фән һәм белем биреү өлкәләрендә бәйләнештәр булдырһа, бөгөн йәштәр сәйәсәте һәм туризмға баҫым яһала. Йәш быуынға быуаттар буйы нығынған тормош рәүешен танытыу, тәү сиратта дини белемдең традицион ҡиммәттәрен аңлатыу. Рәсәй-Иран форумында ҡатнашыусыларҙың пленар ултырышында ике дәүләттең социаль-мәҙәни хеҙмәттәшлек даирәһендә өҫтөн йүнәлештәрҙең береһе ошо мәсьәләгә ҡағыла. Донъяны экстремизм афәтенән ҡурсалау өсөн йәштәрҙе радикаль ислам йоғонтоһонан аралау зарур, тип билдәләне фекер алышыусылар. Форум сиктәрендә Шишмә районда үҫмерҙәр араһында үткән республика конкурсы ла “Мин исламды өйрәнәм” тип аталды. Республика ҡала-райондарынан 200-гә яҡын бала Ҡөрьән сүрәләрен яттан һөйләп уларҙың мәғәнәһен аңлатыуҙа ярышты.Был фәһемле конкурста йылдан-йыл күберәк үҫмер ҡатнашыуы һөйөндөрә. Исламдың традицион ҡанундарын өйрәнеп улар динде үҙ мәнфәғәттәрендә файҙаланырға теләгән күренештәргә ҡаршы тора ала. Еңеүселәргә тапшырылған дәртләндереү саралары иһә мосолман йолаларын, халыҡтар мәҙәниәтен өйрәнеүгә тағы ла бер өлгө. Рәсәй һәм Иран ислам республикаһы араһында туризм өлкәһендәге хеҙмәттәшлек ике ил вәкилдәрен дә бер кимәлдә ҡыҙыҡһындыра. Туризм буйынса федераль агентлыҡ мәғлүмәттәре буйынса һуңғы йылдарҙа Ирандан Рәсәйгә туристар һаны арта. Иран Президентының махсус ярҙамсыһы Әли Юнеси әфәнде ошондай уҡ әүҙемлеккә Башҡортостан һәм Рәсәй сәйәхәт һөйөүселәрен дә саҡырҙы.Республика башлығы Иран сәнғәт оҫталарын Башҡортостандың башҡалаһында 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашырға, шулай уҡ 2021 йылда ошо уҡ кимәлдәге умартасылар форумын үткәреү урын һайлағанда Өфө өсөн тауыш бирергә саҡырҙы. Рәсәй-Иран беренсе социаль-мәҙәни форумында раҫланған килешеү ике дәүләт, илдең ике төбәге араһындағы бәйләнештәрҙе нығыта. Хеҙмәттәшлек даирәләрен гуманитар өлкәлә лә киңәйтә.Иран делегацияһы вәкилдәре бөгөн Өфөләге Милли музей күргәҙмәләрен ҡарағандан һуң Мәскәүгә юллана. Социаль-мәҙәни форумдың икенсеһен Ислам республикаһы ҡунаҡтары Тегеранда үткәрергә тәҡдим итте.